Концерт башкирской эстрадно-фольклорной группы "Ашкадар"

16 февральдә 19.00 сәғ. «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө «Ата-баба аманаты – Торатау!» тип исемләнгән ҙур концертын тәҡдим итә. 2017- Башҡортостанда Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған тамашала төркөмдөң талантлы солистары – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәйхана һәм Миңлеғәле Хәсәновтар, Зөлфиә һәм Рәмил Әүбәкировтар, Ришат Хәмитов, Гүзәлиә Татлыбаева, Илдар Әбдрәшитов, Айҙар Латыпов, Ильдар Рәхимғолов, Динар Абдуллин ҡатнашасаҡ. Һеҙҙең өсөн күңелдәрҙе илһамландырған башҡорт халыҡ һәм дәртле эстрада йырҙары, ҡурай моңдары яңғыраясаҡ.

Үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға күтәренке кәйеф, күңелдәргә ял, алға ынтылырға дәрт өҫтәп концертҡа 16 февральдә киске сәғәт 7-лә рәхим итегеҙ, хөрмәтле моң һәм илһам һөйөүселәр!





 
Закрыть



Последние комментарии

Опрос

Ваш интернет-провайдер